Бөтә яңылыҡтар
28 Ғинуар 2020, 10:46

Яңы мәҙәниәт йорто асылды

Салауат районы Мөрсәлим ауылы халҡының ҡыуанысы сикһеҙ. Бында өр-яңы мәҙәниәт йорто сафҡа инде.

Уны асыу тантанаһында Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов сығыш яһап, иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы. Был сарала республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова, Капиталь төҙөлөш идаралығы вәкиле Александр Чернядьев, Мөрсәлим ауыл советы башлығы Альберт Садиҡов һәм башҡалар ҡатнашты.
Яңы мәҙәниәт йорто майҙаны- 700 квадрат метрҙан ашыу, бөтә кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған залы 200 урынға иҫәпләнгән. Бында түңәрәктәр, ижади коллективтар, китапхана ла эшләйәсәк. Мәҙәниәт йорто «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.


Читайте нас: