Ауырыу көсәйеү сәбәпле, Салауат, Бөрө, Хәйбулла, Учалы, Дыуан, Балаҡатай райондары һәм Салауат, Ағиҙел ҡалаларындағы ҡайһы бер мәктәптәрҙә дәрестәр үткәрелмәй. Башҡортостан буйынса өс мәктәп һәм балалар баҡсаһы тулыһынса карантинға ябылған.
20 ғинуарҙан 26-һына тиклем республикала сирлеләр һаны 4,3 процентҡа күбәйгән. Өфөлә 6 мең 700 кешегә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған. Ауырыу йоҡтороусыларҙың күбеһе – 17 йәшкә тиклемге балалар.