«Экология» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса үткән кәңәшмәлә министрлыҡ, ведомстволар вәкилдәре, шулай уҡ төрлө кимәлдәге депутаттар ҡатнашты. Бында һүҙ сүплектәрҙе бөтөрөү, сүп-сарҙы эшкәртеүсе комплекстар төҙөү хаҡында барҙы, бүтән төбәктәрҙең тәжрибәһе лә ҡаралды.
– Үткән йылдың ноябрендә беҙ эшсе төркөм менән сүп-сарҙы айырыу һәм эшкәртеү буйынса ике заводты ҡараныҡ. Предприятиелар импортлы ҡоролмалар менән йыһазландырылған, тәүлек әйләнәһенә эшләй, автоматлаштырылған эш барышын ике генә кеше күҙәтеү аҫтында тота, – тип һөйләне Зариф Байғусҡаров.
Әйткәндәй, «Экология» милли проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе 16 комплекс һәм уларҙы үтилләштереүсе 3 объект төҙөү күҙалллана.