Өфөләге "Карауанһарай" сауҙа үҙәгендә лә "Еңеүгә – 100 көн" тигән стеланы асыу тантанаһы булды. Унда Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре, кадеттар ҡатнашты. Сарала һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны, барабансылар, "Арғымаҡ" төркөмө сығыш яһаны.