Бөтә яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 10:00

Оҙаҡламай ғаризалар ҡабул ителәсәк

Республикабыҙҙа моделле китапханалар булдырыу буйынса һайлап алыу конкурсы башлана. Ғаризалар 23 марттан 9 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Моделле китапханалар булдырыу проекты «Мәҙәниәт» милли проектына ингән. Уның маҡсаты – хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү, китапханалар фондын арттырыу, уларҙы интернет селтәре менән тәьмин итеү, шулай уҡ заманса китапхана мөхите булдырыу.
Былтырғы конкурс һөҙөмтәһе буйынса, Башҡортостандың өс районында – Благовар, Дүртөйлө һәм Туймазыла яңы моделле китапханалар барлыҡҡа киләсәк. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан 20 миллион аҡса бүленгән.

Читайте нас: