Бөтә яңылыҡтар
31 Ғинуар 2020, 11:07

«Башҡортостан» милли паркының тәжрибәһе бар

Республикабыҙ сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса пилотлы проектта ҡатнаша. Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау министрлығы илдәге 15 махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һайлап алды. Улар иҫәбенә «Башҡортостан» милли паркы ла индерелде.

Беҙҙең милли парктың сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса тәжрибәһе бар инде. Үткән йылда Нөгөш һыуһаҡлағысы ярындағы туристик туҡталҡаларға ҡоро ҡалдыҡтар өсөн – 20 сеткалы тимер, эшкәртеүгә яраҡһыҙ булғандарына ғәҙәти контейнерҙар ҡуйылғайны.
– Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса тәүге тәжрибәне ыңғай тип баһалайбыҙ. Ошо рәүешле 20-25 процент аҡсаны экономияланыҡ. Беҙҙең биләмә буйынса «Эко-Сити» төбәк операторы менән хеҙмәттәшлекте артабан да дауам итәсәкбеҙ, – тип белдерҙе парк директоры Владимир Кузнецов.
Ул ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға барлыҡ туристик базаларҙы йәлеп итергә, ауылдарға ла махсус контейнерҙар ҡуйырға ниәтләй.
Әйткәндәй, әлеге эштәр Рәсәйҙә тормошҡа ашырылған «Экология» милли проекты буйынса алып барыласаҡ.

Читайте нас: