Бөтә яңылыҡтар
31 Ғинуар 2020, 11:11

Халыҡ менән аралашыу өсөн онлайн-платформа булдырыла

Аллаға шөкөр, был тәжрибә беҙҙә уңышлы эшләй башланы инде. Етәкселәр халыҡтың һорауҙарына интернет аша яуап бирергә тырыша. Был йүнәлешкә республика Башлығы Радий Хәбиров та ҙур иғтибар бүлә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин да, Мәскәү өлкәһе тәжрибәһен өлгө итеп күрһәтеп, онлайн-платформа ярҙамында халыҡ менән аралашыуҙы көсәйтергә кәрәк, тип белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, хәҙерге заман технологиялары халыҡтың көнүҙәк проблемаларына шунда уҡ иғтибар итергә мөмкинлек бирә, хәл итеү мәсьәләһе лә тиҙләнә. Ил етәксеһе һанлы платформаларҙы бөтә төбәктәрҙә лә булдырырға кәрәк, тип һанай.


Читайте нас: