Бөтә яңылыҡтар
31 Ғинуар 2020, 16:21

Мауыҡтырғыс ял урындарын белгең килһә...

Арбаңды – ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, тигәндәй, йәйгеһен ҡайҙа сәйәхәткә барыуыңды хәҙерҙән үк уйлай башларға кәрәк. Был хаҡта һеҙ сәйәхәттәр тураһында мәҡәләләр авторы, ошо йүнәлештә сайт-белешмә булдырыусы, сәйәхәтсе, фотограф Роберт Вәлиевтең сығышынан белерһегеҙ.

Уның менән осрашыу баш ҡалабыҙҙың «Башҡортостан» Лайфстайл-үҙәгендә 3 февралдә киске сәғәт 7-лә үтәсәк. Сәйәхәтсе Көньяҡ Урал һәм Рәсәй буйынса ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та сәйәхәт урындары менән таныштырыр, ниндәй кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе алыу әүҙем ялды төрлөләндерергә ярҙам итеүе хаҡында һөйләр.
Читайте нас: