Бөтә яңылыҡтар
31 Ғинуар 2020, 16:38

Йыр-моң бәйгеһе саҡыра

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған «Донъя ҡыңғырауы» исемле йыр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Бында 7-нән алып 30 йәшкә тиклемге солистар, трио, дуэт, вокал төркөмдәре ҡатнашырға саҡырыла.

Әлеге бәйгене Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү үҙәге ярҙамы менән «Йәш ижад» йәштәр үҙәге ойоштора. Музыкаль конкурс сиктәрендә «Инстаграмм» социаль селтәрендә фотоконкурс тә үтәсәк. Бының өсөн конкурсанттарҙан шәхси фотоларын ебәреү һорала.
Еңеүселәрҙе бүләкләү Республика хәрби дан музейында уҙасаҡ. Ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 15 мартҡа тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Читайте нас: