Сара бөгөн, 1 февраль, көндөҙгө 12-лә башлана. Асыҡ ишектәр көнөндә әлеге уҡыу йортона инеү шарттары, БДИ-ға өҫтәмә балдар алыу юлдары, факультет декандары һәм институт директорҙары, уҡыу корпустары һәм лабораториялар менән танышырһығыҙ. Үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Беренсе Май урамы, 14-се йорт, Өфө дәүләт нефть техник университетының 8-се корпусы. Уҡырға инергә теләүселәр өсөн бик файҙалы буласаҡ, ситтә ҡалмағыҙ.