Был мобиль стоматология комплексы республика балалар стоматология поликлиникаһы базаһында урынлашасаҡ. Уны эсе, стоматология кабинеттарындағы кеүек, бөтә уңайлыҡтар менән йыһазландырылған. Мобиль стоматология комплексы Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған «Ҡанатлан» проектының «Сәләмәт йылмайыу» программаһына ярашлы һатып алына. Белгестәр билдәле график буйынса райондарға сығасаҡ, был турала алдан хәбәр ителәсәк.