Республикабыҙ ялды ойоштороу сифаты буйынса Рәсәйҙең өс алдынғы төбәге иҫәбенә инде. Әлеге йылда Илеш районының «Орлёнок» лагерында «Беҙҙең заман лагеры» комплекслы белем-тәрбиә биреү программаһы тормошҡа ашырыласаҡ. «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге булышлығында БДПУ ҡарамағындағы «Аванте» физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә йыһан сменаһын үткәреү ҡарала. Өфө районының «Огонёк» лагерында «Ижади кешеләр» федераль проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй «Геройҙар иле» хәрби-тарихи лагеры эшләйәсәк. Бынан башҡа, республикабыҙҙың барлыҡ мәктәп яны лагерҙарында йүнәлешле сменалар барлыҡҡа килә.