Мәҫәлән, нимә теләйһегеҙ, шул тормошҡа ашҡан икән, тип хис итегеҙ. Ниндәй тойғолар биләп алыр ине икән, шуны күҙ уңынан үткәрегеҙ. Быға ысын күңелдән ҡыуанып та алығыҙ.
Тылсымлы көндә үпкәләүселәрҙе ғәфү итергә, башығыҙҙы күңелһеҙ уйҙарҙан азат итергә тырышығыҙ. Насар яңылыҡтарҙы тыңламағыҙ, ҡарамағыҙ. Кем менәндер әрләшергә, кемдәндер көнләшергә, уҙышырға, үҙегеҙҙе башҡаларҙан өҫтөн ҡуйырға ла кәңәш ителмәй.
02.02.2020 көнөндә ниәт иткән уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашырға яҙһын!