Иҫке биналары боҙолоп, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 2018 йылда уҡ ябылған. Ә кескәйҙәр ауылдағы дүрт балалар баҡсаһына таратылған. Инде хәҙер «Йәйғор» ҡабаттан бәләкәстәрҙе үҙенә йыя. Был яңы балалар баҡсаһы республиканың 100 йыллығы уңайынан төҙөлгән.
Борай районы белгестәре һүҙҙәренсә, әлеге көндә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сират бөтөрөлгән. Республика буйынса ла был йүнәлештә эш дауам итә. Былтыр «Демография» милли проекты сиктәрендә 20-нән ашыу балалар баҡсаһы асылған. Быйыл тағы 22 бинаны сафҡа индереү һәм төҙөкләндереү көтөлә.