Дүртенсе синыфтар – урыҫ теле, математика һәм тирә-яғыбыҙҙағы донъянан, бишенселәр – тарих, биология, математика, урыҫ теленән, алтынсылар – география, тарих, биология, математика, урыҫ теле һәм йәмғиәтте өйрәнеүҙән, етенселәр – сит тел, йәмғиәтте өйрәнеү, урыҫ теле, биология, география, математика, физика һәм тарихтан тапшырасаҡ.
Ә VIII һәм XI синыфтар өсөн һынауҙар апробация рәүешендә үткәрелә. Һигеҙенселәр йәмғиәтте өйрәнеү, биология, физика, география, математика, урыҫ теле, тарих, химиянан бирә, унынсылар – географиянан, ун беренселәр сит тел, география, тарих, химия, физика, биология, география фәндәренән яҙа. Һынауҙар 2 марттан 24 апрелгә тиклем ойоштороласаҡ.