– Бөгөн ваҡиғаларҙың юғары тиҙлектә үҫеше – халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм хәҙерге халыҡ-ара сәйәсәткә хас һыҙаттар. Шуға күрә улар тиҙ арала хәл ителә. Быға ил етәксеһе шунда уҡ тәьҫир итә һәм, ысынлап та, бөтә мәсьәләләр ҙә ике, өс тапҡырға йәһәтерәк үтәлә, – тип билдәләне ул.
Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге 20-һенән 26 ғинуарға тиклем яңы һорау алыу үткәргән. Уның буйынса Владимир Путиндың эшмәкәрлегенә ышаныс белдереүселәр һаны артҡан һәм ул 73,9 процентты тәшкил итә. Ә яуап биреүселәрҙең 67,9 проценты ил башлығы эшен хуплай.