Бөтә яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 18:48

Ҡайҙа яңы мәктәптәр төҙөлә?

2020 – 2022 йылдарҙа республикала ҡаҙна иҫәбенә төҙөләсәк объекттар билдәле.

Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов президиум ултырышында белдергән.
Бүленгән аҡсаның биштән бер өлөшө мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларына китәсәк. Дәүләт программаһы буйынса 9 мең урынлыҡ 14 яңы мәктәп төҙөләсәк һәм дүрт мәктәп төҙөкләндереләсәк. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында, Дәүләкәндә ике ҡасабала, Өфөнөң Кузнецов затонында, Нефтекамала, Иглинда, Аҡъярҙа ҙур белем усаҡтары төҙөлә башлаған. Баш ҡалалағы 21-се, 23-сө мәктәптәрҙе яңыртасаҡтар.
Республиканың адреслы инвестиция прогаммаһы буйынса 4 мең урынлыҡ 26 яңы балалар баҡсаһы асыу ҡаралған. Әле «Демография» проекты буйынса 3 мең 500 урынлыҡ 22 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын төҙөү дауам итә.
Читайте нас: