Бөтә яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 17:40

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

6-7 февралдә Өфөлә Бөтә Рәсәй кәңәшмә-семинары уҙғарыла. Был сараға илдең төрлө төбәктәренән барлығы 250-нән ашыу кешенең килеүе көтөлә.

Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов, ауыл хужалығы министры урынбаҫарының кәңәшсеһе Максим Боровой һәм башҡа урындағы үҙидара вәкилдәре ҡатнаша.
Пленар ултырышта ауыл ерлегендәге кесе эшҡыуарлыҡты, шәхси өҫтәмә хужалыҡты үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ.
Читайте нас: