Бөтә яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 11:08

Яңы технопарк олимпиадалар үткәреү урынына әйләнәсәк

Ишембай ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы базаһында Балалар технопаркы асылды.

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә асылған был бинала 5-тән 18 йәшлектәр өсөн робот техникаһы, Lego-конструкция төҙөү, ЗD модель әҙерләү, лазер менән ҡырҡыу, коворкинг үҙәге, Hi-tech цех, шулай уҡ химия-биология һәм башҡа йүнәлештәрҙә секциялар эшләйәсәк. Технопарк өсөн 8 миллиондан ашыу һумға юғары технологиялы ҡоролмалар ҙа һатып алынған.
Балалар технопаркында төрлө кимәлдәге форумдар, инженер йүнәлешендә ярыштар, олимпиадалар, фәнни-техник ижад конкурстары, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу күҙаллана. Скворчиха, Петровское, Ишәй, Әхмәр, Васильевка ауылдарында уның филиалдары ла барлыҡҡа килде.

Читайте нас: