Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 18:47

Быйылдан балалар бушлай туҡланасаҡ

«Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә башланғыс синыф уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеү буйынса фекер алыштылар.

Төбәктең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе рәйесе, республика парламентының вице-спикеры Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, бөтә уңайлы шарттары булған белем биреү учреждениеларында ошо йылдың 1 сентябренән үк бушлай ҡайнар аш бирелә башлай. Ә 2023 йылға тиклем башҡа белем усаҡтары ла был мәсьәләне хәл итергә тейеш. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев әйтеүенсә, республика мәктәптәрендә 1 мең 900 аҙыҡ-түлек блоктары эшләй.
– Бөгөн күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар бер тапҡыр бушлай туҡлана. Был категорияға 57 меңгә яҡын бала ҡарай. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр ике тапҡыр бушлай ашай. Бындай балаларҙың һаны 22 меңдән ашыу, – тип хәбәр итте мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.
Читайте нас: