Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 10:49

Коммерция булмаған ойошмаларға ярҙам күрһәтеләсәк

Коммерция булмаған ойошмаларҙың социаль мөһим проекттарына грант системаһы аша ярҙам ҡулы һуҙылырға тейеш. Шулай тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин йәмәғәтселек вәкилдәре менән аралашыу мәлендә.

Әңгәмәлә ҡатнашыусыларҙың береһе йәш ғалимдар төркөмөнөң менталь өлкәлә ауырлыҡтары булған балалар өсөн өҫтәмә ысынбарлыҡ технологияһы нигеҙендә мобиль платформа өҫтөндә эшләүҙәре тураһында һөйләне. Ил етәксеһенең һүҙҙәренсә, бындай проекттар мотлаҡ күтәрелергә тейеш.
Унан алдараҡ социаль өлкәгә йүнәлтелгән коммерция булмаған ойошмаларҙы файҙалы хеҙмәттәр башҡарыусы ойошмалар реестрына индерергә тәҡдим ителгәйне.


Читайте нас: