Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һүҙҙәренсә, 2020 – 2024 йылдарҙа «Демография» милли проекты буйынса тыуымды арттырыуға 83 миллион 200 мең һум аҡса йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ яңы никахҡа инеүсе парҙарҙы бушлай медицина тикшереүе үткәреү күҙаллана.