Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 17:55

Йылайырҙа ла «Сәләмәт йылмайыу» модуле эшләй

Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында стоматология кабинеты асылды.

Белем усағында бындай мөмкинлек «Ҡанатлан!» республика проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле нигеҙендә булдырылды. Инде хәҙер уҡыусыларға теш табибына яҙылып, сиратта көтөп торорға тура килмәйәсәк. Бында райондың башҡа мәктәп уҡыусылары ла дауаланырға йөрөй ала.
Читайте нас: