Бөтә яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 17:20

Автобус атҡа төкөгән

Салауат районында Әй ауылынан Торналыға уҡыусыларҙы йөрөткән мәктәп автобусы атҡа төкөгән.

Сәбәбе: ҡаршыларына ҡапыл йылҡы өйөрө килеп сыҡҡан. Водитель тиҙ генә тормозға баҫҡан, ләкин бәрелешеүҙән ҡаса алмаған. Бер ат юлды аша сығып өлгөрмәй ҡалған.
Автобуста 20 бала һәм өлкәндәр була. Бәхеттәренә ҡаршы, юл фажиғәһендә бер кем дә зыян күрмәгән, автобустың бамперы ғына йәмшәйгән.
Республика Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Аттың хужаһын тапҡандар. Ул Дыуан районында йәшәгән фермер икән.
Читайте нас: