Бөтә яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 16:40

Бүләк алып ҡыуандылар

Ғафури районының Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһында "Беренсе синыф кубогы – 2020" тип аталған шахмат ярышы үтте.

Был мауыҡтырғыс уйынды район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге ойоштора. Кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә ярҙам итеүсе уйында 24 йәш шахматсы көсөн һынап ҡараны. Йыйылған балалар барыһы ла ихлас ярышты. Аҙаҡтан еңеүселәр һәм призёрҙар кубок, Маҡтау ҡағыҙы һәм миҙалдар алып ҡыуанды.
Читайте нас: