Ил етәксеһе Министрҙар Кабинеты менән үткәргән кәңәшмәһендә Рәсәй Хөкүмәтен булдырыу буйынса бөтә мәсьәләләр ҙә хәл ителеүен, шуға күрә бөгөнгө ваҡытта бөтә төп йүнәлештәр буйынса әүҙем эш алып барырға кәрәклеген дә еткерҙе.
– Мөрәжәғәтнамә, май ҡарарҙары билдәле ваҡытта һәм тулы күләмдә үтәлергә тейеш. Бының өсөн Хөкүмәттең бөтә көсөн йүнәлтергә кәрәк, – тине ул сығышында.
Төп мәсьәләләрҙең береһе халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү һәм уларҙың килемен арттырыу булыуын да билдәләне.