Бөтә яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 16:20

Регина – тағы ла еңеүсе!

Баймаҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Регина Нурмөхәмәтова бокс буйынса Киров ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы беренселегендә үҙ ауырлыҡ үлсәмендә (57 килограмға тиклем) еңеү яулаған.

Ул хәҙер Рәсәй беренселегенә сыҡты. Ҡотлайбыҙ!
Уҙған йылда Регина бокс буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегендә, Волга буйы федераль округындағы ярышта ҡатнашып та уңышҡа ирешә. "Олимпия өмөттәре" Бөтә Рәсәй ярыштарында бронза миҙал ала.
Регина – бокс буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы ла. Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы стипендиаты. Афарин, Регина!
Читайте нас: