Бөтә яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 18:11

Ҡурсаҡтар күргәҙмәһенә килегеҙ!

Дуҫтар, ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтарҙы күргегеҙ киләме? Улайһа, баш ҡалабыҙҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк ҡала китапханаһына рәхим итегеҙ.

Унда Арина Әхмәҙиеваның шәхси күргәҙмәһе үтәсәк. Һеҙ унда төрлө ҡурсаҡтар менән таныша алаһығыҙ. Сара 7 февралдә көндөҙгө 4-тә башланасаҡ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 109-сы йорт.
Читайте нас: