Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, Борай һәм Асҡын райондарында һыу менән тәьмин итәсәк өс объект проектлана. Башҡортостан Хөкүмәте Ҡариҙел, Краснокама, Күгәрсен, Мишкә, Өфө, Хәйбулла һәм башҡа райондарҙа тағы ла 18 объектты ошо программаға индереүҙе ҡарай.
Әйтергә кәрәк, «Экология» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Таҙа һыу» программаһына 19 райондағы 50 тораҡ пункты ингән. Әлеге маҡсатҡа 2024 йылға тиклем 4,25 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Быйыл Өфө районының алты ауылында һыу ҡоролмаһы барлыҡҡа киләсәк, ә Стәрлетамаҡта һыуҙы таҙартыу станцияһы төҙөлә башлаясаҡ.
– Газға ҡарағанда,һыу – иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Беҙҙә сифатлы һыу менән тәьмин ителмәгән биләмәләр байтаҡ әле, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.