Бөтә яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 13:25

Йыл уҡытыусыһы – 25 йәшлек Дамир Шәмсетдинов

23-сө тапҡыр ойошторолған «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы – 2020» конкурсында 56-сы мәктәптең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дамир Шәмсетдинов абсолют еңеүсе булған.

Өфө педагогтарының һөнәри бәйгеһендә быйыл 58 уҡытыусы ҡатнашҡан, шуларҙың 17-һе йәштәр. Дамир Шәмсетдинов – Башҡорт дәүләт университеты аспиранты, халыҡ-ара һәм ил күләмендәге сараларҙа ла ҡатнашып тора. Былтыр Ульяновскийҙә үткән Уҡытыусылар клубтарының халыҡ-ара чемпионатына барған. Йәш педагог һәр ваҡыт ижади эҙләнеү һәм белемен камиллаштырыу юлында.
Читайте нас: