Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 20:51

Өфөлә – карантин

Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова ҡул ҡуйған документ буйынса баш ҡаланың балалар баҡсалары, белем усаҡтары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары 16 февралгә тиклем карантинға ябыла.

Был грипп һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар буйынса эпидемияға бәйле. Әйткәндәй, Рәсәйҙең 23 төбәгендә күпләп сирләйҙәр. Күбеһе 3 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар. Карантин ваҡытында уҡыусылар өсөн уҡытыуҙың дистанцион формаһын ойошторорға ҡушылған.
Читайте нас: