Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сығышында, икенсе курстан һуң студенттарға әҙерлек йүнәлешен үҙгәртергә мөмкинлек бирергә кәрәк, тип белдерҙе. Белеүегеҙсә, бынан туғыҙ йыл элек 2011 йылға тиклем белгестәрҙе әҙерләү биш йыллыҡ совет осоро системаһы менән алып барыла ине, унан хәҙерге «Бакалавр» һәм «магистратура» системаһына күстек. Ә алдағы йылдан тәжрибә рәүешендә ҡайһы бер төбәктәрҙә өс кимәлле уҡыу системаһы индермәкселәр, тимәк, ике йыл һайын ҡабаттан уҡырға инергә тейеш булабыҙ инде. Был турала һөйләшеүҙәр алып барыла, 2022 йылдан бөтә Рәсәй буйынса индереү күҙаллана.