Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 14:08

Ветерандарҙың һаулығы тикшереләсәк

Еңеү көнө алдынан республикабыҙ район-ҡалаларында йәшәүсе ветерандарға комплекслы медицина тикшереүе үткәрелә.

Транспортта йөрөргә ярамаған, алыҫта йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына хирург, окулист, ортопед, невролог, уролог, кардиологтан торған белгестәр бригадаһы өйҙәренә киләсәк. Шулай уҡ ташламалы дарыуҙар менән дә тәьмин итеү, уларҙы адрестары буйынса илтеп тапшырыу ҙа көтөлә.
Читайте нас: