Ул элекке Президент Борис Ельцин ҡарары менән 1999 йылда булдырылған. Был көн Рәсәй фәндәр академияһы үҙенең 275 йыллығын билдәләгән көндән байрам ителә башлай.
Байрам көнөндә фән өлкәһенә хеҙмәт итеүселәр тәбрикләнә, дипломдар, исемдәр бирелә. Кремль һарайында юғары ҡаҙаныштарға ирешкән ғалимдарға дәүләт наградалары тапшырыла.
Шулай уҡ был көндө фәнни-ғәмәли конференциялар, семинарҙар ойошторола, фәнни-тикшереү институттары асыҡ ишектәр көнө уҙғара.