Бөтә яңылыҡтар
9 Февраль 2020, 16:56

Кемдең открыткаһы иң матуры булыр?

Заһир Ҡотлосурин иң матур открыткаға конкурс иғлан итә! Был турала уның үҙенең «Бәйләнештә» селтәрендәге https://vk.com/id2061229 сәхифәһендә һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды төркөмөндә хәбәр итә.

Әлеге конкурстың маҡсаты – интернетта башҡорт телен мәңгеләштереү, популярлаштырыу, һаҡлау; социаль селтәрҙәрҙә башҡортса контент булдырыу, милләттә , туғандарҙа, дуҫтарҙа позитив, дәрт-дарман, илһам , рух, үҙаң уятыу.
Бәйгелә еңеү, ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә һуң? Был турала Заһир Ҡотлосурин бына нимә тип яҙа: «Беренсе аҙым. Телефоныңда һаҡланған, интернеттан тапҡан бер матур, сағыу, ыңғай энергия бөркөтөп торған һүрәтте алаһың.
Икенсе аҙым. Шунан көн һайын, байрам алдынан һүрәткә, башҡорт телендә башҡорт шрифтары менән матур теләк, фраза, мәҡәл, афоризм, йылы һүҙ, изге теләк, ыңғай фекер, ҡотлау яҙаһың.
Мәҫәлән: "Хәйерле иртә, матурым!", "Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!", "Мин һине яратам!" һәм башҡалар.
Өсөнсө аҙым. Шул хатаһыҙ, яҙыулы һүрәтте «Инстаграмм», «Бәйләнештә», «Синыфташтар» кеүек социаль селтәрҙәргә ташлайһың, #изгетеләктәр #башҡортсаҡотлауҙар тигән хештег ҡуяһың.
Дүртенсе аҙым. Ватсап, телеграмм кеүек мессенджерҙар аша туғаныңа, дуҫыңа, яҡын кешеңә, күршеңә, ауылдашыңа, төркөмдәшеңә, хеҙмәттәшеңә һелтәп маҡтанаһың.
Бишенсе аҙым. Рәхмәт һүҙҙәре ишетеп ҡыуанаһың, яҡшы кәйеф менән тағы ла емертеп бөйөк эштәр башҡарырға тотонаһың».
Тәүге еңеүселәр ошо йылдың 1 июлендә билдәләнәсәк. Киләһеләре Яңы йыл алдынан тәбрикләнәсәк.
Бүләктәре ниндәйме?
Беренсе урынға – диңгеҙгә барып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтыу өсөн юллама.
Икенсе урынға - тешләнгән алма төшөрөлгән, ялтырап торған шәп смартфон.
Өсөнсө урынға – матурлыҡ салонына, ресторанға, кафеға сертификаттар, автомобилгә кәрәк- яраҡ.
«Иң күп һүрәт эшләүсе», «Бөйөк Еңеү», «Ватанды һаҡлаусылар», «Гүзәл заттар байрамы», «Дини байрамдар», «Милләт шәхестәре», номинацияларында еңеүселәргә махсус бүләктәр ҡаралған. Ҡалған утыҙ өс кешегә файҙалы дәртләндереү бүләктәре, дипломдар, маҡтау ҡағыҙҙары биреләсәк.
Башҡа ҡатнашҡан әүҙем кешеләргә эске кинәнес, үҙ баһаңды күтәреү, самалы маһайыу, сәм, өҫтәлмә тырышлыҡ һәм йән йылытҡыс рәхмәт һүҙҙәре вәғәҙәләй.

Читайте нас: