Бөтә яңылыҡтар
9 Февраль 2020, 11:00

Концертта ҡатнашҡың килһә...

Һеҙҙең өсөн шәп мөмкинлек бар, дуҫтар! Концертта ҡатнашҡығыҙ килһә, «Бирешмә» премияһы һүҙе менән шиғыр уйлап сығарырға кәрәк.

Был турала «Тамыр» телеканалының «Бирешмә» проекты «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдәрендә https://vk.com/bireshma_serial хәбәр итә. Әлеге ижад иткән шиғыр юлдарын ошондағы яҙма аҫтына комментарийҙарға ҡуйығыҙ.
– Иң шәптәрен, әлбиттә, беҙҙән бүләктәр көтә! Һәм беҙ уларҙы концерт сценарийына индерәсәкбеҙ. 2 март киске 7-лә «Бирешмә» премияһы ваҡытында ишетергә буласаҡ, – тиҙәр «Бирешмә»ләр.
Читайте нас: