Бөтә яңылыҡтар
10 Февраль 2020, 18:55

Бөтә саралар кисектерелә

Грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр һаны күп булыуы сәбәпле, күмәк кеше ҡатнашҡан бөтә саралар кисектереләсәк. Тик 23 февраль байрамы ғына күсерелмәй.

Был турала республика Хөкүмәтендә уҙған кәңәшмәлә билдәле булды. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда 27 мең 469 кеше сирләй. Шуларҙың 69 проценты – балалар. Баш ҡалабыҙҙа 7 мең 640 ауырыу осрағы теркәлгән, шуларҙың 4 мең 526-һы – балалар. Инфекцияны таратыуҙы кәметеү өсөн Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында бөтә мәктәптәр ҙә карантинға ябылған. Ә Башҡортостан буйынса – 171 белем усағы һәм 10 балалар баҡсаһы.
Бөтә сараларҙы кисектереүгә республика Башлығы Радий Хәбиров ризалашты, тик Ватанды һаҡлаусылар көнөн генә бер үҙгәрешһеҙ ҡалдырыуҙы һораны.
– Беҙҙә 23 февралгә бәйле саралар ғына үтәсәк – муниципалитеттарҙа – тантаналы ултырыштар, – тип белдерҙе ул.
Читайте нас: