Юғиһә, Рәсәй Президенты Владимир Путин бындай уҡыу йорттарын юҡ итеү тураһында һүҙ йөрөткәйне бит. Был хаҡта ул Дәүләт Советы президиумы, Мәғариф һәм фән буйынса советтың уртаҡ ултырышында белдергәйне. «Юғары уҡыу йорттарында белем кимәлен, фән өлкәһендә тикшеренеү сифатын, төбәктәрҙә профессорҙар, уҡытыусыларҙың килемен һәм абруйын күтәрерлек мөһим ҡарарға килергә кәрәк. Был мәсьәләләрҙе хәл итергә йүнәлешле, шулай уҡ башҡа милли проекттар ярҙамға киләсәк», – тип билдәләгәйне ил етәксеһе.