Бөтә яңылыҡтар
11 Февраль 2020, 10:30

Мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлә

Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә Башҡортостанда быйыл 47 объект төҙөләсәк, шуларҙың 27-һе – «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә. Был турала «Төҙөлөш сәғәте»ндә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин белдерҙе.

Өфө эргәһендәге Чесноковка ауылында 640 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөп бөтөүгә табан бара. Шулай уҡ Туймазы ҡалаһында 260 балаға тәғәйенләнгән балалар баҡсаһын төҙөү йылдам алып барыла. Республикала тағы ла 16 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының нигеҙе һалына.
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе һүҙҙәренсә, быйыл Нефтекама ҡалаһы һәм Өфө районының Булгаков ауылында 1 мең 225 һәм 825 урынлыҡ белем усаҡтарын төҙөлә башлай. Улар 2021 йылда сафҡа инәсәк.


Читайте нас: