Бөтә яңылыҡтар
11 Февраль 2020, 11:07

Мәскәү уҡыусыларының «Аҡыллы сәғәттәр»е бар

Мәскәү уҡыусылары өсөн «Аҡыллы сәғәттәр» булдырылған. Был гаджетҡа индерелгән RFID-билдәһе ярҙамында балалар мәктәпкә инә ала, туҡланыуға түләй, бушлай музейҙарға бара ала.

RFID-билдә – ул чип. Бындай ҡоролмалар, мәҫәлән, Мәскәү уҡыусылары ҡулланған транспорт карталарында, браслеттарҙа бар. Әлеге «Аҡыллы сәғәттәр» баланың йөрөгән ерен билдәләй, телефон һандарын хәтерендә ҡалдыра, уның аша дуҫтарыңа, яҡындарыңа шылтыратып була, тауышлы хәбәр менән алышырға ла мөмкин. Яңы гаджетты mos.ru порталы аша ғына активацияларға була, атай-әсәйҙәргә ҡайҙалыр барып йөрөргә лә кәрәкмәй. Балалары нисек ашай, уҡый, ҡайҙа йөрөй – бөтә мәғлүмәт Geoplaner ҡушымтаһы аша килә. Һәр ваҡыт улдары һәм ҡыҙҙары өсөн борсолоп торған атай-әсәйҙәр өсөн бигерәк шәп ҡоролма, шулаймы? Бәлки, тора-бара был замана гаджеты беҙҙең төбәктәргә лә килеп етер.
Читайте нас: