Бөтә яңылыҡтар
12 Февраль 2020, 20:11

«Был гәзит һалған тамсылар ҙа, тоҡандырған осҡондар ҙа бар»

Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк ил ағаһы Мостай Кәримдең тәүге шиғырҙары «Йәншишмә» («Йәш төҙөүсе», «Башҡортостан пионеры») гәзите биттәрендә баҫылған. Ул 1980 йылдың 26 мартында балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһына рәхмәтен белдереп яҙған.

«Әгәр ҙә мин бөтә ғүмерем буйы күңелемдә хыялдар, өмөттәр, борсолоуҙар йөрөтәм икән, тимәк, ул ут та, ул хыялдар ҙа, был гәзит һалған тамсылар ҙа, ул тоҡандырған осҡондар ҙа бар, бының өсөн ҙур рәхмәт!» – тигән ул.
Һүрәттә: 1999 йыл. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә 80 йәш тулған көндәрҙәге иҫтәлек.
Читайте нас: