Бөтә яңылыҡтар
12 Февраль 2020, 10:53

Өфөлә – «Һан дәрестәре»

Рәсәйҙә «Һан дәрестәре» икенсе йыл рәттән ойошторола. Республика инженер интернат-лицейында ошондай асыҡ дәрес «Шәхси ярҙамсылар» темаһы буйынса үтте. Унда республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин ҡатнашты.

– Беҙ бөтәһе лә һанға әйләндерелеп барған йәмғиәттә йәшәйбеҙ. Шуға күрә мәғариф системаһы алдында торған төп мәсьәләләрҙең береһе лә һанлы үҙгәреш менән бәйле. Хәҙерге ваҡытта беҙҙең илдә «Мәғариф» милли проекты буйынса «Һанлы белем биреү мөхите» проекты тормошҡа ашырыла. Беҙ мәктәптәрҙе яңы техника менән йыһазландырабыҙ, уҡытыусыларҙы өйрәтәбеҙ, – тип белдерҙе Айбулат Вәкил улы.
Ул үҙенең сығышында белем усаҡтарын йыһазландырыу ғына аҙ, яңы техниканы ҡулланырға өйрәнергә лә кәрәк булыуын билдәләне.
Был көндө лицей уҡыусылары шәхси ярҙамсылар булышлығында нисек кешеләрҙең һорауҙары эшкәртелеүен һәм был йәһәттән ниндәй технологиялар ярҙам итеүен белде. Бындай «Һан дәрестәре»н үткәреү алдынғы технологик компанияларҙан белем алырға мөмкинлек бирә.


Читайте нас: