Йыл һайын эшлекле уйын формаһында ойошторолған акция Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында ойошторола. Бында сығарылыш синыф уҡыусыларының атай-әсәйҙәре, белем биреү учреждениелары етәкселәре, матбуғат саралары вәкилдәре, башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнаша.