Бөтә яңылыҡтар
13 Февраль 2020, 18:35

Еленаның хыялын Радий Хәбиров тормошҡа ашырҙы

Хәтерегеҙҙәлер, Яңы йыл алдынан 20 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» тигән акция үткәйне. Унда Өфөнән VIII синыф уҡыусыһы Елена Казанцева республика Башлығы Радий Хәбировтың эш бүлмәһендә булыу теләген яҙған. Ниһайәт, ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашты.

Республика етәксеһе Еленаға эш урынын күрһәтте, республика менән идара итеү тәртибе тураһында һөйләне. Ҡыҙға ул Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабын һәм башҡорт оҫталарының ҡул эштәрен бүләк итеп, һаулыҡ һәм уҡыуында уңыштар теләне.
– Миңә бигерәк тә китаптар ҡуйылған мөйөш оҡшаны. Беҙҙең республикабыҙ тураһында баҫмалар бигерәк күп икән, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Елена.
Читайте нас: