Бөтә яңылыҡтар
13 Февраль 2020, 19:13

«Хәтер юлы» проектында ҡатнаш!

Республикабыҙҙа йәшәүселәр «Хәтер юлы» проектында ҡатнаша ала. Ул 17 февралдән 31 майға тиклем барасаҡ.

Ошо ваҡыт эсендә республикабыҙҙың почта бүлексәләрендә сканерлау һәм проекттың рәсми сайтына ҡуйыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының фотоһүрәттәре ҡабул ителә. Улар берҙәм мәғлүмәттәр базаһына индерелгәс, хужаларына кире ҡайтарыласаҡ.
Унан тыш, элемтә бүлексәләрендә QR-код менән «Хәтер юлы» проекты тураһында мәғлүмәт материалдары урынлаштырыласаҡ. Уның ярҙамында фотоларҙы мәғлүмәттәр базаһына үҙ аллы ла ҡуйырға була.
Читайте нас: