Әлеге мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын 2018 йылдың декабрендә төҙөй башлағайнылар. Балалар баҡсаһында бөтә уңайлы шарттар ҙа булдырылған. Музыка һәм спорт залдары, урамдағы уйын майҙансыҡтары йыһазландырылған, психолог кабинеты, медицина блогы, методика, кер йыуыу бүлмәләре бар. Өҫтәмә түләүле түңәрәктәр ҙә асыу күҙаллана.
– Өфө районында йәшәүселәр был балалар баҡсаһын, бигерәк тә балаларына бер йәш тә тулмаған атай-әсәйҙәр күптән көттө. 12 төркөмдән – икәүһе ясли йәшендәгеләр өсөн. Беҙ бөтә республика буйынса ошондай тағы ла 24 балалар баҡсаһы төҙөйбөҙ, улар быйыл тапшырыласаҡ, – тип аңлатма бирҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.