Иленә ҡарап бүләктәр ҙә төрлөсә. Мәҫәлән, итальяндар Ғашиҡтар көнөн «татлы көн» тип атай. Шуға шоколад кеүек тәмлекәстәр биреү киң таралған. Француздар бешкән ҡыҙыл помидор бүләк итә. Cөнки был йәшелсәне улар «мөхәббәт алмаһы» тип һанай. Американдар һөйгән кешеләренә шоколад йыйылмаһы һәм сәскә гөлләмәһе бирә.