Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 14:40

Башҡорт теленә арналған конференция

Бөгөн Өфөнөң Башҡорт дәүләт университеты актовый залында Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле йылына һәм БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 30 йыллығына арналған V Бөтә Рәсәй (халыҡ-ара ҡатнашлыҡтағы) фәнни-методик конференция башланды.

Республиканың төрлө райондарынан башҡорт теле уҡытыусылары йыйылды.
Конференцияла Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә башҡорт телен уҡытыуҙың хәҙерге проблемалары ҡараласаҡ.
Читайте нас: