Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 15:53

Батырхандың да хыялы тормошҡа ашты

«Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы сиктәрендә Батырхан исемле малайҙың да уй-теләге тормошҡа ашты. Ул «Салауат Юлаев» хоккей командаһының уйынын президент ҡарай торған урындан ултырып ҡарарға хыяллана ине.

Малайҙың теләге яҙылған сылбырҙы «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һайлап алды. Матчты ҡарарға Батырхан әсәһе менән килде. Янып торған күҙҙәренә ҡарағанда, бик ҡәнәғәт булған.
– Миңә ҡунаҡ урынынан матч ҡарау бик оҡшаны, шулай уҡ майҙансыҡта минең кумирҙарым да бар ине. Мин үҙем спорт менән шөғөлләнәм, шуға беҙҙекеләргә боҙҙа нисек икәнен яҡшы беләм, – ти малай.
Читайте нас: