Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 10:32

Туймазыла сүп-сарҙы айырып йыялар

Республикабыҙҙың Туймазы районында сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса евроконтейнерҙар ҡуйыла. Улар «Экология» милли проекты буйынса урынлаштырыла.

Реформа башланғандан алып был районда 547 яңы евроконтейнер барлыҡҡа килгән, заманса контейнер майҙансыҡтары төҙөлә. 2020 йылдың аҙағынаса тағы ла 250 контейнер ҡуйыу күҙаллана.
Унан тыш, районда ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн 200-ҙән ашыу контейнер ҡуйылған, быйыл тағы ла ошондай 100-гә яҡын һауыт урынлаштырыу көтөлә.



Читайте нас: